Башҡортостанда ташҡынға бәйле 2 осраҡ ҡотҡарыусылар күҙәтеүендә ҡала

Улар Өфөлә һәм Шишмә райондарында. Уҙған тәүлектә 112 ҡотҡарыу системаһына һыу ташыуға бәйле мөрәжәғәттәр килмәгән. Һуңғы тәүлектә Ҡариҙел районының Үрге Һөйән  ауылы янында Өфө йылғаһы 29, Дыуан районының Мәтәүле ауылында  Әй йылғаһы 19, , Нуриман районы  Ҡыҙыл Яр ауылында Өфө йылғаһы 19,  Шакша биҫтәһе эргәһендә Өфө йылғаһы 13 сантиметрға  артҡан. Шул уҡ ваҡытта Ағиҙел һәм Дим йылғаларында һыу кимәле кәмей башлаған. Һыуһаҡлағыстар тулыланыу режимында эшләй. Һыу объекттарында даими күҙәтеү дауам итә.