Осрашыу район ветерандар советы һәм «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының урындағы филиалы көсө менән ойошторолдо. Йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү фонд эшмәкәрлегендәге мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Осрашыуҙа махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән «Варик» ҡушаматлы яугирҙың ата-әсәһе Инзирә менән Аркадий Сәйетовтар улдарының бала сағы, уның бәләкәйҙән спортҡа ылығып үҫеүе, һәр эшкә яуаплылыҡ менән тотоноуы тураһында һөйләне.
Улдары яуҙа саҡта ата менән әсә ҡулдарынан килгәнсә махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам ойоштороуҙа ҡатнаша, үҙҙәре кеүек яугир ғаиләләренә ярҙам итә. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Аркадий Сәйетов «Ватан һаҡсыһы атаһы» миҙалы менән дә бүләкләнгән.