«Өфө» Халыҡ-ара аэропортында Францияла тау саңғыһы буйынса донъя чемпионатында миҙалдар яулаған спортсыны ҡаршы алдылар. Карина Закирова мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ярышта беренсегә ҡатнашҡан. Башта яҡташыбыҙ супер-гигант һәм гигант слаломда бронза алһа, артабан турнирҙың йомғаҡлау этабында ла тау саңғыһы комбинацияһы буйынса уңышҡа өлгәште. Ярышта барлығы ун өс ил спортсыһы сығыш яһаны, шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: 10 йыл эсендә чемпионатҡа тәүге тапҡыр Рәсәй йыйылма командаһы саҡырылғайны.