«Салауат Юлаев» менән «Себер» командалары араһындағы серия еңеүсеһе иртәгә асыҡлана

Яҡтар араһындағы алтынсы уйын кисә Новосибирскиҙа үтте. Иҫәпте 15-се минутта Шелдон Ремпал асһа ла, икенсе осор юлаевсылар өсөн ҡурыныс төш кеүек булды. Сөнки дәғүәселәр индергән 4 шайбаға яҡташтарыбыҙ бер гол менән генә яуап ҡайтара алды. Уңышҡа Пётр Хохряков өлгәште. Өсөнсө осорҙа Джошуа Ливо йәрәхәтләнеү сәбәпле, боҙға сыҡманы, ә хужалар тағы ла бер гол ойошторҙо. Шулай итеп «Себер» клубы 5-2 иҫәбе менән еңеү яуланы һәм сериялағы иҫәпте тигеҙләне. 3-кә 3. Хәл иткес һуңғы уйын иртәгә «Өфө-Арена»ла уҙа. Башҡортостан юлдаш каналында тура трансляция киске сәғәт 7 тула 15 минутта башлана.