Ҡала һәм ауылдарҙы тәртипкә килтереү, ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү, юлдарҙы ремонтлау. Радий Хәбиров был эштәрҙе оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа ҡушты. Хөкүмәттең аҙналыҡ оперативкаһында кисекмәҫтән башҡарылырға тейешле бурыстар ҙа йөкмәтелде. Ентекләберәк Айнур Кәбиров яҙмаһында.
Ниһайәт, һыу таҙарып өҫтөндә кеше сағылышы күренә башланы. Күптән түгел генә барлыҡ ҡоҙоҡтарға ла батҡаҡ тулғайны. Ҡотҡарыусылар Аҙау ауылының һәр ихатаһына инеп эсәр һыу сығананғын ҡабат-ҡабат таҙартты.
Әле ташҡындан зыян күргән ауылда дезинфекциялау тамамланды. Йоғошло ауырыуҙар таралмаһын өсөн тирә-йүн махсус шыйыҡса менән ентекле эшкәртелде.
Аҙау ауылындағы ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү барышы республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә. Радий Хәбиров Аҙауҙағы эш барышы менән оператив кәңәшмәлә лә ҡыҙыҡһынды.
Ғөмүмән, барлыҡ ҡала- райондарҙа ла коммуналь эштәрҙе әүҙемләштереү мөһим, тине республика етәксеһе. Яҙ иртә килде, тимәк, графикты ла алға шылдырыу талап ителә.
Юлдар менән дә шул уҡ хәл. Республикала асфальтланған юлдар оҙонлоғо 19 мең километрҙан ашыу. Шуларҙың 13 меңендә инспекция үткәрелеп 32 меңдән ашыу етешһеҙлек асыҡланған.
Ләкин һәр районда ла юлдар менән хәл таҡыр түгел. Радий Хәбиров был мәсьәләгә тейешле иғтибар бирмәгән район башлыҡтарына әүҙемләшергә ҡушты.
Төбәк башлығы йәшелләндереү эшенә лә етди ҡарарға саҡырҙы. Апрель һәм май айҙарында күләмле экологик саралар уҙа. Рәсәй буйынса «Хәтер баҡсаһы», республикала «Йәшел Башҡортостан « акциялары ойошторола Уның сиктәрендә төбәктә 135 яңы аллея барлыҡҡа киләсәк. Еңеүҙең 80 йыллығына арналған геоглифтар ҙа булдырыла. Үҫентеләрҙән Еңеү тип яҙыласаҡ урындар билдәләнгән. Йәмғеһе яҙғыһын 8 меңгә яҡын ҙур ағастар һәм 67 мең тирәһе башҡа үҫентеләр ултыртыу күҙаллана.
Айнур Кәбиров