Өфөнөң Максим Рыльский урамы юлдарын ямау эштәре башланды

Ремонт урындағы халыҡ һәм автоһәүәҫкәрҙәр мөрәжәғәте буйынса башҡарыла. Рәсми вәкилдәр әйтеүенсә, ҡайһы бер участкаларҙа асфальт тулыһынса емерелгән. Участка бөртөклө асфальт һалыу юлы менән ямала.

Участкаларҙа махсус биргадалар эшләй. Хеҙмәткәрҙәр кәрәкле техника һәм материалдар менән тәьмин ителгән. Эште аҙна эсендә теүәлләү бурысы ҡуйылған.

Өфөлә дөйөм оҙонлоғо 21 саҡрымдан ашыу 22 юл участкаһын ремонтлау планлаштырылған. «Тормош инфраструктураһы» милли проекты сиктәрендә 2025 йылда Башҡортостанда юл селтәренең 280 километрын төҙөкләндереү күҙаллана. Ул 83 майҙансыҡты күҙ уңында тота.