«Ҡурай» - чемпиондар йорто». Әбйәлил районында ошондай исем менән хәрби сәнғәт фестивале үтте. Күләмле проект Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында ойошторолдо һәм унда 200-ҙән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. Был ярыш балалар йорто тәрбиәләнеүселәренең ысын дуҫлыҡ һәм еңеүгә ынтылышын сағылдыра. Сөнки былтыр Рауил ауылының «Ҡурай» үҙәгендә спорт менән шөғөлләнеү өсөн етди шарттар булдырыла, һөҙөмтәлә йәш быуын сәләмәт тормошҡа йөҙө менән борола. Ҡыҙыу алыштар барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.
Келәмдә балалар кикбоксинг һәм спорт миксфайты буйынса көслөләрҙе асыҡлай. Һәр алыш ҡыҙыу һәм мауыҡтырғыс үтә. Был бер ҙә осраҡлы түгел, сөнки Әбйәлил ерендә еңеү рухы быуындан-быуынға тапшырыла, йәш спортсылар батырҙарыбыҙҙың лайыҡлы вариҫтары булыуын даими иҫбатлай.
Хәрби сәнғәт фестивалендә Урал аръяғы төбәктәренән һәм Силәбе өлкәһенән 200-ҙән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. Ярыш Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында ойошторолдо.
Былтыр Әбйәлил районында «Ҡурай» - чемпиондар йорто» тип исемләнгән проект тормошҡа ашырыла башланы. Ул тәү сиратта Рауил ауылындағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәрен спортҡа ылыҡтырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Көрәш түңәрәктәренә йөрөгән ҡыҙ-малайҙар шунда уҡ бер-береһе менән дуҫлашып, берҙәм командаға әйләнә.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Шулай ҙа иң мөһиме Әбйәлил ерендәге фестиваль буласаҡ чемпиондар өсөн старт майҙансығына әүерелде.
Илдар Байбулатов