“Беҙҙе Әхәт Мортазин берләштерҙе. Ул спорт төрө беҙҙе команда итеп тупланы”

Легендар диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә үткән волейбол турнирында ҡатнашыусылар шулай ти. Ярыш әлеге минуттарҙа “Динамо” спорт комплексында башланып тора, тантаналы асыу сәғәт унда була.  Унда матбуғат баҫмалары, теле- һәм радио компания хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ эстрада йондоҙҙары ҡатнаша. Әхәт Мортазиндың улы Салауат һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Волейбол турнирында ҡатнашыусылар һәм көйәрмәндәр өсөн приз һәм бүләктәр әҙерләнгән. “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Юлдаш” төркөмөндә “Динамо” студионынан тура трансляция ҡарарға була.