Йырсы Рөстәм Ғиззәтуллин “Яҙ килә” йырын русса яҙҙырған

Башҡортостандың халыҡ артисы йыр менән социаль селтәрҙә уртаҡлашҡан. Тексты Айгөл Үтәгәнова тәржемә иткән. “Һеҙ был йырҙың русса вариантын күптән һорай инегеҙ. Был йырҙа минең күңелемдәге яңы хистәр, яңы яҙ һулышы. Минең өсөн һеҙҙең хуплауығыҙ үтә лә мөһим. Ул миңә алға барырға этәргес бирә”, - тип яҙған Рөстәм Ғиззәтуллин. “Яҙ килә” йыры 2002 йылда ижад ителгән. Уны бик күп йырсылар башҡарҙы. Интернетта Радик Юлъяҡшин йырлаған вариант танылыу алды.