Башҡортостанда йыл башынан 60 кеше сысҡан биҙгәген йоҡторған

Был үткән йылдарға ҡарағанда, дүрт тапҡырға кәмерәк. Әммә табиптар уяулыҡты юғалтмаҫҡа кәңәш итә. Ауырыусылар башлыса Октябрьский, Туймазы, Өфө райондарында һәм Өфөлә теркәлгән. Сысҡан биҙгәгенең тәүге билдәләре булараҡ температура күтәрелеүе, баш ауыртыуы, быуындар һыҙлауы, хәлһеҙлек иҫәпләнә. Был осорҙа табипҡа күренеп, мөмкин тиклем дауалауҙы тиҙерәк башлау мөһим. Сирҙе тәбиғәт шарттарында йәки кимереүселәр таралған бинаны йыйыштырған ваҡытта туҙан аша йоҡтороу хәүефе юғары. Ауырыуҙың артыуы баҡса осоро башланыу менән дә бәйле. Ҡыштан һуң йәйге йорттарҙы еүеш сепрәк менән йыуырға, саң һурҙырғыс ҡулланыуҙан тыйылырға кәңәш ителә.

Сысҡан биҙгәгенә ҡаршы вакцина юҡ. Унан тик дөйөм санитар ҡағиҙәләрҙе үтәп кенә һаҡланырға була. Сир кешенән кешегә йоҡмай, ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда ауырыуҙы ҡатмарлыраҡ кисерә. Кимересеүселәргә һәм ҡоротҡос бөжәктәргә ҡаршы эшкәртеү эшенә килгәндә иһә, яңы законға ярашлы уны тик махсус лицензиялы ойошмалар ғына башҡара ала.