Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив һаулығы яңы кимәлгә күтәрелә

Был буласаҡ әсәйҙәр өсөн генә түгел, тотош йәмғиәт өсөн дә мөһим. 2024 йылдан алып республикала репродуктив системаны тикшереү диспансеризация программаһына индерелде. Тап ошо проект ярҙамында 8-се ҡала клиник дауаханаһының бала табыу бүлеге пациенттары өсөн уңайлы шарттар булдырған. Күп профилле учреждениела буласаҡ ата-әсәләр өсөн бар кәрәкле анализдарҙы тапшырып, бала табыуға ентекле әҙерләнеү мөмкинлеге тыуҙырылған. Биш йылдан һуң Өфөнән Дилара Исламованың, ниһайәт, көтөлгән сабыйы донъяға килде.

Хәҙер буласаҡ ата-әсәләр бала табыуға яуаплы ҡарай. Улар диспансер тикшереү үтә, курстарға йөрөй, балаларҙы тәрбиәләү буйынса әҙәбиәт уҡый, ғөмүмән, етди әҙерлек алып бара. Шулай уҡ дауаханала ҡатын-ҡыҙҙар өсөн әсәлек мәктәбе лә ҡаралған, тәжрибәле табиптар һәм психологтар етәкселегендә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, файҙалы әңгәмәләр үткәрелә.