Иглин районы халҡы быйылғы миҙгелдә дүртенсе экологик өмәгә сыҡты

Төбәктең бөтә 19 ауыл биләмәһендә лә сираттағы таҙалыҡ көнө үтте. Тарихи дата яҡынлашып килеүен иҫәпкә алып, район үҙәгендә Еңеү паркын тәртипкә килтереүгә ҙур иғтибар бүленде. Был эштә йүнселдәр, хакимиәт, учреждениелар һәм бюджет ойошмалары әүҙем ҡатнашты. Уларға балалар, өлкәндәр, шул иҫәптән пенсионерҙар ҙа ҡушылды. Дөйөм көс менән өмәселәр биләмәне сүп-сарҙан таҙартты, иремәй ҡалған ҡарҙы таратты. Бынан тыш, ҡоймалар йыуылып, бағаналар буялды. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай акцияларҙа ҡатнашыу урындағы халыҡҡа таҙалыҡтың ҡәҙерен белергә ярҙам итә һәм тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләй.

Экологик акция һуңында ойоштороусылар бөтә ҡатнашыусыларҙы ҡарабойҙай бутҡаһы һәм ҡайнар сәй менән һыйланы. Сарала Иглин районының меңдән ашыу кешеһе ҡатнашты. Эшкә 30 берәмек техника йәлеп ителде, ә сығарылған сүп-сар күләме 400 кубометрҙан ашыу тәшкил иткән. Төбәк ауылдарында таҙалыҡ көндәре һәр йома һайын 10 майға тиклем үткәрелә.