Еңеү менән ғорурланабыҙ! Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан пассажирҙарҙы брендланған автобус хеҙмәтләндерәсәк.
«Башавтотранс» предприятиеһынан хәбәр итеүенсә, 110-сы маршрутты биҙәүҙә Башҡортостандың милли музейы ла ҡатнашҡан. Был сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ автобус һәр кемгә илебеҙҙең бөйөк тарихы хаҡында иҫкәртеп торасаҡ. Шулай уҡ яҡын көндәрҙә ҡала маршруттары буйынса тематик яҡтан биҙәлгән троллейбустар һәм трамвайҙар ҙа йөрөй башлаясаҡ.
Әйткәндәй, Бөйөк Еңеү көнөнә республика төбәктәрендә тематик аллеялар барлыҡҡа киләсәк. Был көндәрҙә Өфөнөң Карл Маркс урамында ҡартайған ағастар ҡырҡыла. Уларҙың урынына яңылары ултыртыласаҡ. Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов үҙенең телеграмм каналында хәбәр итеүенсә, ситтән был ағастар сәләмәт күренә, әммә эстән ул серегән. Улар тирә - яҡтағыларға хәүеф менән янай тип яҙа Олег Котов. «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы барышында Карл Маркс урамында «бәләкәй япраҡлы йүкә» сортлы 17 ҙур ағас, шулай уҡ ҡыуаҡтар һәм күп йыллыҡ сәскәләр ултыртыласаҡ.