Был тема Республика Хөкүмәтендә ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, халыҡ һаны 50 меңдән аҙ булған 8 ҡала бар. Улар - Ағиҙел, Баймаҡ, Бөрө, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө,Учалы һәм Яңауыл. Уҙған йылда республикала 3 миллион 348 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Уның 112 мең квадрат метры бәләкәй ҡалалар өлөшө.