Башҡортостанда элемтә операторҙарына һалым ташламалары оҙайтыла

Ҡануниәткә төҙәтмәләр әҙерләнгән. Уға ярашлы, социаль әһәмиәтле проекттарҙа ҡатнашыусы мобиль элемтә операторҙары өсөн льгота 2027 йыл аҙағына тиклем билдәләнә. Парламент рәйесе Констатин Толкачев белдереүенсә, бюджетҡа 65 миллион һум килеп етмәйәсәк. Әммә республика халҡы һәм туристар өсөн сифатлы элемтә була, бизнес үҫеше өсөн шарттар яҡшыра. Башҡортостанда халыҡ һаны мең кешенән аҙ булған ауылдарға интернет үткәреү буйынса программа ғәмәлгә ашырыла. 2024 йылда 24 ауылға элемтә  үткәрелгән.