Башҡортостан юлдарында соҡорҙарҙы ямау эше 15 июнгә тамамланырға тейеш

Ошо маҡсатта муниципалитеттарҙа участкалағы етешһеҙлектәрҙе һанлаштырыу эше лә йәнләндерелгән. Әлегә төбәк һәм урындағы кимәлдәге юлдарҙың 70 процентына инспекция уҙғарылған. Стәрлетамаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығы алты район өсөн яуаплы. Ҡалалағы асфальт-бетон заводы эшмәкәрлеге менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә

Юлдар ҡарҙан әрселеү менән, март аҙағында Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы асфальт-бетон заводы хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡыҙыу эш башлана. Соҡорҙарҙы ямау булһынмы, асфальт ҡатламын тулыһынса яңыртыумы - ҡайнар ҡатнашманы әҙерләп кенә өлгөр. Сәғәтенә 160 тонна асфальт етештерелә

Автоматлаштырылған система ярҙамында асфальтты әҙерләү технологияһы теүәл үтәлә. Сеймалға ҡытлыҡ юҡ.

Асфальт-бетон заводы биләмәһендә төрлө фракциялағы, юғары тығыҙлыҡтағы таш миҙгелгә етерлек кимәлдә әҙерләнгән. Материал Белорет районы һәм Ырымбур, Силәбе өлкәләре карьерҙарынан килтерелә. Эргәлә генә Тимер юлы үтеүе транспортировканы күпкә еңеләйтә

Ҡеүәтле бункерҙарҙа битум, ҡом, таш ҡушылып ҡайнатыла. Артабан асфальт өлгөһө лабораторияла дәүләт стандарттарына тикшерелә. Бында уның составы, күләм үҙенсәлектәре, ныҡлығы билдәләнә. Нормативтарға тура килә икән, тимәк, сифатлы.

Фреза менән юлдың иҫке ҡатламы ҡырып алынғандан һуң унда ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаһы һалына. Йөк машиналары төҙөлөш материалын тура заводтан алып килә. Әле Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Петровское ауылына тиклемге участкала соҡорҙар ямала

Әлегә Башҡортостанда төбәк һәм урындағы әһәмиәттәге 13 мең саҡрымдан ашыу юл участкаһына инспекция үткәрелеп, 32 меңдән ашыу етешһеҙлек асыҡланған. Уларҙың 40 проценты төҙөкләндерелгән. Билдәле булыуынса, һәр соҡор һанлаштырыу үтә. Подрядсылар уны шунда уҡ эшкә алырға тейеш. Ремонтҡа бәйле бар мәғлүмәт тә юл инфраструктураһына контроль һәм планлаштырыу автоматлаштырылған системаһына индерелә. Был йүнәлештә эште барлыҡ муниципалитеттар ҙа әүҙемләштерергә тейеш.

Гөлназ Хәйбуллина