«Торатау» конгресс-холында фронтовик-яҙыусы Талха Ғиниәтуллин ижадына арналған ғилми- ғәмәли конференция уҙҙы. Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы тарафынан ойошторолған мәғрифәтселек сараһы «Бөйөк Ватан һуғышында еңеүсе һалдат образын һүрәтләүҙә халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәренең роле» тип аталды.Талха Ғиниәтуллиндың күләмле ижады Еңеү көнөн яҡынайтыусы, уның өсөн йәнен аямаған ябай һалдат образын сағылдыра. Яҙыусы Әмир Әминев тәүге хикәйәләрен тәржемә иткәндән һуң, Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәрен Башҡортостан халҡы ла ҡулдан-кулға йөрөтөп уҡый башлай.
Ҡатнашыусыларҙың географияһы ла киң: ул республиканың билдәле ғалимдарын, яҙыусыларҙы, әҙип ижадын яратҡан уҡыусыларҙы, Үзбәкстан, Белорусия илдәре, Пермь крайы, Сведловск өлкәһе һәм илебеҙҙең башҡа бик күп төбәктәре зыялыларын берләштерә.
Бөйөк Ватан һуғышының 80 йыллығына Талха Ғиниәтуллиндың ижады һәм тормош юлына арналған күргәҙмә эшен башлай. Унда фротовик-яҙыусының шәхси әйберҙәре, һуңғы әҫәрҙәренең ҡулъяҙмалары менән танышырға мөмкин буласаҡ.