Юбилей йылында «Киң мәғлүмәт саралары хәбәрсеһе» программаһы буйынса яңы уҡыу курсы старт алды. Тыңлаусылар араһында - студенттар, республика уҡыу йорттарының медиаүҙәктәре етәкселәре, хәбәрселәр һәм күптән журналист һөнәрен үҙләштерергә теләгәндәр бар. Улар алдында тәжрибәле алып барыусылар, телевидение белгестәре эфир продукцияһын булдырыу, темаларҙы эҙләү һәм һайлау, төрлө жанрҙарҙа эшләү серҙәренә, заман медиаһы трендтарына өйрәтәсәк. Буласаҡ журналистар БСТ, «Ҡурай» телестудияларында, «Юлдаш «һәм «СпутникФМ» радиоларында практика үтәсәк. Курс һуңында таныҡлыҡ тапшырыла. Ә иң яҡшы тыңлаусылар «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының кадрҙар резервына индерелә.