Баш ҡалала волейбол буйынса Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған турнир үтте

Республиканың «Алтын тауышы» йәнә майҙанға йыйҙы. Баш ҡалала волейбол буйынса Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған турнир үтте. Алтынсы тапҡыр уҙғарылған спорт байрамында киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, сәхнә йондоҙҙары көс һынашты. Спорт байрамынан Айнур Кәбиров репортажы.

Барыһы ла профессиональ спорттағыса. Махсус экипировка, халыҡ-ара стандарттарға яраҡлаштырылған майҙансыҡ һәм тәжрибәле судья. Ҡайһы бер уйынсыларҙың бәләкәй буйҙары ғына һәүәҫкәр спортсылар икәнен белгертә. Ә бит ҡасандыр был уйындар Әхәт Мортазиндың дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре араһында ғына мәктәп спорт залында башланып китә. Туп һуғыу уның өсөн йәшәү рәүеше булды, ти данлыҡлы дикторҙың тормош иптәше Тәнзилә Үлмәҫбаева.

Тәүҙә ул спортзалға коллегаларын, таныш-белештәрен йәлеп итә. Йылына бер тапҡыр үҙ-ара ярыштар ҙа ойоштора. Төрлө редакцияларҙың үҙ командалары барлыҡҡа килә. Бөгөнгө спорт майҙанында һынау тотҡан күптәр тап ошо уйындарҙа сынығыу алыусылар.

Бөгөн Әхәт Мортазин башлаған волейбол уйындары мәктәп спортзалы сиктәренән сыҡҡан. Хәҙер турнир ҙур стадиондарҙы гөрләтә. Унда ҡатнашыусы командалар ҙа оҫтараҡ. Легендар диктор иҫтәлегенә уҙғарылған волейбол турнирында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, радиоһы , «Матбуғат йорто» һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының йыйылма командаһы ла ҡатнашты.

Йондоҙҙар командаһы байтаҡ партияларҙы бишәүләп уйнаны. Шуға ҡарамаҫтан, сәхнә оҫталары турнир һөҙөмтәһе буйынса беренсе баҫҡысҡа күтәрелә алды. Икенсе урынды Башҡортостан юлдаш телевидениеһы командаһы яуланы. Радио хеҙмәткәрҙәре өсөнсө урынға лайыҡ булды. Уйындың көсөргәнешле барыуын иҫәпкә алғанда, киләһе йыл Әхәт Мортазин исемен йөрөткән спорт байрамы тағы ла күберәк ҡатнашыусыларҙы туплаясаҡ тип ышаныслы әйтергә мөмкин.

Айнур Кәбиров