Әлеге ваҡытта Өфөнөң «Йәштәр киңлеге» йортонда район-ҡалаларҙа таратыласаҡ махсус значоктар әҙерләнә. Улар Еңеү һәм көмөш ирекмәндәр тарафынан таратылыр тип көтөлә. Акция республика район-ҡалалары үҙәк майҙандарында үтә. Һәм ул 22 июнгә тиклем дауам итә.
Ҡыҙыл ҡәнәфер бөтә халыҡтарҙың да батырҙарҙы иҫкә алыу һәм тере ветерандарға рәхмәт белдереү символы һанала. «Быуындар хәтере» хәйриә фондына йыйылған аҡса ветерандарға инвалид коляскалары, дарыуҙар һатып алыуға, реабилитация курстары ойоштороуға йүнәлтелә. Күләмле акция 2015 йылдан тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, былтыр ил буйынса үткән сарала 16 миллион самаһы аҡса йыйылған.