Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә янғын иҫкәртеү приборҙары тапшырыла. Был тема Республика Хөкүмәтендә ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, льготалы 15 категория билдәләнгән, был эш дауам итә. Башҡортостанда янғын иҫкәртеү ҡоролмалары менән тәьмин итеү буйынса проект ғәмәлгә ашырыла башлағандан алып 665 мең прибор тапшырылған. Улар ярҙамында 1 мең 233 кешенең ғүмере һаҡлап ҡалынған.