Башҡортостанда яҙын геморрагик биҙгәк һәм энцефалит менән ауырыу хәүефе арта

Был турала Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән белдерәләр. Халыҡҡа тәбиғәткә сыҡҡанда һаҡ булырға кәңәш итәләр. Энцефалит кеше тәненә ҡаҙалған талпан аша йоғоуы мөмкин. Геморрагик биҙгәкте сысҡандар тарата, баҡса эштәре барышында йоҡтороу хәүефе ҙур.