Президент фонды Тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарҙы әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнәсәк. Был эшкә әүҙем граждандар, коммерция булмаған ойошмалар һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре менән идара итеүсе учреждениелар йәлеп ителә. Ошо уңайҙан бөгөн Башҡортостан йәмәғәт палатаһы аппаратының йәмәғәт проекттары ресурс үҙәгендә тәүге семинар үтте.
Унда конкурс тәртибе, ғариза яҙыу һәм рәсмиләштереү тураһында һүҙ барҙы. Шулай уҡ ҡатнашыусылар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап та алды. Экологик һәм тәбиғәтте һаҡлау проекттары конкурсына ғаризалар ай аҙағына тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Президент фондың рәсми сайтында танышырға мөмкин.