Башҡортостанда ҡыҙылса менән ауырыу осрағы асыҡланған

Сир Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе 10 йәшлек малайҙа табылған. Әле ул дауаханала һәм табиптар йоғошло ауырыу таралмаһын өсөн бар һаҡланыу саралары күргән. Шулай уҡ малай уҡыған мәктәптә вакцинациялау башланған.Ҡыҙылсанан берҙән-бер һаҡланыу сараһы-прививка.

Республикала ҡыҙылсаға ҡаршы прививка эшләү дауам итә. Йыл башынан вакцинацияға йәлеп ителергә тейешле кешеләрҙең 37 процентына прививка яһалды, шул иҫәптән планлаштырылған балаларҙың 58 процентына. Ҡыҙылса - вакцина ҡаршы тора алған инфекция, шуға ла прививка унан һаҡланыу өсөн берҙән-бер сара. Әле сир осраҡтары Өфө, Белорет, Октябрьский ҡалалары, Туймазы районында теркәлде. Күп осраҡта вирус ситтән ҡайтҡан прививкаһыҙ кешеләрҙән йоҡҡан.

Регина Аҡмалова, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау федераль хеҙмәте Башҡортостан буйынса идаралығының бүлек етәксеһе