Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған түләүҙәрҙе ветерандар апрель пенсияһы менән бергә аласаҡ

Банк иҫәбенә аҡсалар 10 апрелдә күсереләсәк. Почта аша графикка ярашлы өсөнсө апрелдән алып 24 апрелгә тиклем таратыласаҡ. 80 мең күләмендәге түләүҙәрҙе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтар, уларҙың тол ҡатындары, ҡамауҙа ҡалған Ленинград, Севастополь, Сталинград ҡалаларында йәшәүселәр, бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондары аласаҡ. Алты айҙан да кәмерәк эшләмәгән тыл хеҙмәтсәндәре, фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн наградалары менән билдәләнеүселәр, концлагерь тотҡондары 55 мең һумға дәғүә итә ала. Бынан тыш, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары Еңеү көнөнә өҫтәмә ун мең һум аҡса аласаҡ.