Өфөлә «Йәш ғаиләнең рухи һәм физик һаулығы - беҙҙең дөйөм хәстәрлек» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл үтте. Студенттар алдында юғары уҡыу йорттары белгестәре сығыш яһаны. Асыҡ һөйләшеүҙә социаль һәм рухи мәсьәләр күтәрелде. Илдә ғаиләне һаҡлауға йүнәлтелгән фекер алышыу Берҙәм Рәсәй партияһының «Сәләмәт киләсәк» проекты буйынса ойошторолдо.