Өфөлә «78 сәғәт» тип исемләнгән фильм ҙур экранға сығырға әҙерләнә

Сюжетҡа ярашлы, аварияға эләгеп, өс көн комала ятҡандан һуң, төп геройҙың тормошо бөтөнләй үҙгәрә. Быға тиклем тәртипһеҙ тормош алып барған ир әхлаҡи ҡиммәттәргә ярашлы йәшәй башлай. Фильм ысынбарлыҡта булған ваҡиғаларға нигеҙләнеп төшөрөлгән. Ҡыҫҡа метрлы кинотаҫмала дин темаһы төп урынды биләй. Съемкалар былтыр октябрҙә Өфөнөң Нуғай ауылы, Краснокама районы Николо-Березовка ауылында үткән.

Фильм өҫтөндә һәүәҫкәр ижади төркөм эшләгән. Уның продюсерҙары - Ғәлиевтар өсөн кино хобби булып тора. Съемкаларҙа күп балалы ғаиләнең бөтә ағзалары тиерлек төшкән. Психологик драма жанрлы таҫма мәңгелек ҡиммәттәргә арналып, айырыуса йәш аудитория өсөн файҙалы булмаҡсы. Премьера май аҙағында «Родина» кинотеатрында күрһәтелә.