Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортсотан буйынса идаралығы етәксеһе Владислав Дзюба ҡулға алынды. Эске хеҙмәт генерал-майоры вәкәләттәрен арттырып үтәүҙә ғәйепләнә. Тәфтишселәр фаразлауынса, етәксе үткән йылдың ноябрендә ведомство подразделениеларына 3 миллион һум аҡса йыйырға ҡуша. Был йыйымдарҙы ул ойошма ихтяжына кәрәк тип аңлата.