Республикала Рәсәйҙәге беренсе һанлы имам эшләй башланы

Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, мобиль ҡушымта аша яңылыҡтарҙы, намаҙ ваҡытын, ҡибла йүнәлешен белергә мөмкин. Был яңылыҡ Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжы менән берлектә ҡулланыуға индерелгән. Бынан тыш, һәр кем үҙенең шәхси кабинеты аша онлайн режимда хәйер һала ала. Әйткәндәй, яңы һанлы имам ярҙамында ике аҙна эсендә 800 мең һум йыйылған. Шул ваҡытта республика мәсеттәренә хәйер һалыу өсөн саҙаҡамат терминалдары урынлаштырыла башланы.