Ҡырмыҫҡалы районында республикалағы иң ҙур элеватор төҙөлөшө бөгөн 80 процентҡа теүәлләнгән

Селекция-орлоҡсолоҡ йүнәлешендә махсуслашҡан үҙәк иген һәм майлы культураларҙы таҙартыу һәм киптереүгә йүнәлтелгән. Проектҡа 40 яңы эш урыны булдырыу маҡсатында ике миллиард ярым һумдан ашыу аҡса һалынған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Төҙөүселәр буласаҡ орлоҡсолоҡ үҙәге ҡоролмаларын гүйә уйынсыҡ констсрукторҙа кеүек йылдам йыя. Эш бер юлы бер нисә майҙансыҡта алып барылһа ла, тотҡарлыҡтар күҙәтелмәй. Өҫтәүенә, төҙөлөштә үҙебеҙҙә етештерелгән материалдар файҙаланыла.

Яңы комплекс 122 мең тонна самаһы орлоҡ һыйҙырышлы итеп төҙөлә. Шулай уҡ, иген һәм майлы культураларҙы ла ҡабул итә ала. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн ике миллиард ярым һумдан ашыу аҡса һалынған. Республика инвесторға инженер инфраструктураһын төҙөүгә киткән сығымдарын ҡаплай. Шулай уҡ газ селтәренә тоташтырыуға булышлыҡ итәсәк. Әйткәндәй, проект «Инвестиция сәғәте» ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Предприятие етәкселәре белдереүенсә, былтырғы ураҡ миҙгеле майҙандарҙы киңәйтеү талап ителеүен күрһәткән. Проектты быйыл йәй файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

Азат Ғәлиуллин