«Ҡаһарманлыҡ моңо»: Еңеүҙең 80 йыллығына арналған концерт үтте

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейына арналған Ҡаһарманлыҡ моңо тип аталған концерт үтте.

Өфөнөң Киров районы хакимиәте ойошторған тамашаны ҡарарға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, блокадалы Ленинградта йәшәүселәр, тыл хеҙмәтсәндәре, махсус хәрби операция ветерандары саҡырылған.

Киров районында 99 йәштән 103 йәшкәсә 23 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй. Уларҙың күбеһе концертҡа килә алмаған. 17 йәшенән ил һағына баҫҡан Родион Лобанов иһә быйыл Мәскәүгә Еңеү парадында ҡатнашырға барасаҡ.

1942 йылдың декабрендә снайперҙар училищеһына курсант итеп алындым. 1943 йылдың декабренән мин хеҙмәт иткән взвод Ленинград фронтына ебәрелде. 43-сө уҡсылар дивизияһының 708-се уҡсылар полкында булдым. 1944 йылда яраланып һәм аяғым туңып, Пермь өлкәһендә госпиталдә дауаландым, икенсе төркөм инвалиды булып ҡайттым. Еңеү байрамы уңайынан бөтәһенлә лә сәләмәтлек теләйем.

Родион Лобанов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны

Театр фойеһындағы күргәҙмәлә Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге һәм һуғыштан һуңғы Өфө күренештәре һәм махсус хәрби операция геройҙары портреттары менән танышырға мөмкин. Тамашала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындарына миҙалдар тапшырылды.