Уларҙың 162-дә эш тамамланған. Өфөнөң Юрий Гагарин урамы, 28/2 адресы буйынса йорт та капиталь ремонт программаһына эләккән. Һәр подъезда икешәр лифт бер-бер артлы яңыртылған. Подрядсы компанияға ошондай объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыуға 80 көн бирелә.
Лифт менән норматив файҙаланыу ваҡыты 25 йылға иҫәпләнгән. Капиталь ремонт фондынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл техник торошо буйынса эшлектән сыҡҡан күтәреү механизмдарына айырыуса иғтибар бүленә. Йыл аҙағына тиклем улар тулыһынса яңыртылырға тейеш.