Башҡортостан егеттәре яҙғы саҡырылыш буйынса әрме сафына юлланды

40-ҡа яҡын егет Рәсәйҙең Ҡораллы көстәр сафын тулыландырҙы. Бөгөн яҙғы хәрби саҡырылышҡа ярашлы, егеттәрҙе әрме сафына оҙатыу тантанаһы үтте. Яҡташтарыбыҙ Архангел һәм Волгоград өлкәләренедәге Ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Буласаҡ ил һаҡсыларына Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, республиканың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич, хәрби хеҙмәт ветерандары, дин әһелдәре изге теләктәрен еткерҙе.

Яҙғы саҡырылышта Башҡортостандан 6 мең ярымдан ашыу егет Рәсәйҙең яңы субъекттарынан тыш төбәктәрҙә Ҡораллы көстәрҙең төрлө ғәскәрҙәрендә һәм башҡарма власть органдарының хәрби частарыда хеҙмәт итәсәк. Ашығыс хеҙмәт үтеүсе егеттәр махсус хәрби операция бурыстарын үтәүгә йәлеп ителмәй. Теүәл бер йылдан һәр кем тыуған яғына ҡайтарыласаҡ. Рәсәй Президенты Указына ярашлы, яҙғы саҡырылыш 1 апрелдән 15 июлгә тиклем дауам итә, хеҙмәткә 18 йәштән 30 йәшкәсә граждандар саҡырыла.

Мине оҙатҡанда ағайым армияға ябай малай булып бараһың да, сыныҡҡан ҡорос кеүек әйләнеп ҡайтаһың, тине. Мин ошо һүҙҙәрҙе онотмай, ысынлап-та көслө һәм ҡоростай ныҡ булып ҡайтырыма ышанам.

Евгений Яхно, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы