Валерий Дәүләтшин тәрбиәләнеүселәре финалда «Динамо-Нева» клубы менән икенсегә осрашты. Яҡтар араһындағы тәүге уйында Өфө командаһы 5-0 иҫәбе менән еңеү яулағайны.
Осрашыу төньяҡ баш ҡала хоккейсылары өсөн көтөлмәгәнсә башланды. Тәүҙә Ксения Тюрина иҫәпте асһа, Кристина Банникова икенсе шайбаны индерҙе. Хәлде үҙгәртеү өсөн дәғүәселәр ҡапҡа һаҡсыһын алмаштырырға ҡарар итте. Һөҙөмтәлә улар тәнәфескә тиклем иҫәпте тигеҙләп тә ҡуйҙы. Икенсе осорҙа Нева яры ҡыҙҙары йәнә ике тапҡыр уңышҡа өлгәште. Әммә был яҡташтарыбыҙҙың кәйефен төшөрмәне. Киреһенсә, улар Вероника Коржакова тырышлығы менән иҫәп айырмаһын кәметте. Күп тә үтмәй Ольга Сосина, Анна Свиридова һәм Виктория Кулишова сираттағы шайбаларҙы индерҙе. Өсөнсө осорҙа ҡунаҡтарҙың бер голына Виктория Кулишова йәнә яуап ҡайтырҙы. Шулай итеп уйын «Ағиҙел» клубы файҙаһына 7:5 иҫәбе менән тамамланды, Ә сериялағы иҫәп 2-0 булды. Хәҙер финалистар Санкт-Петербургта 12 һәм 13 апрелдә осраша. Кубок һәм алтын миҙал яулау өсөн командаларҙың береһенә 4 еңеү яуларға кәрәк.