Баҡалы районы поликлиникаһының яңы корпусы 42 процентҡа әҙер

Һаулыҡ һаҡлау милли проекты сиктәрендә төҙөлгән объект хаҡы 450 млн һәм тәшкил итә. Күләмле төҙөлөш быйыл декабрҙә тамамланыр тип күҙаллана. Ә инде киләһе йылға яңыртылған поликлиникала пациенттар ҡабул ителә башлаясаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Былтыр был майҙанда ҡола ялан булһа, әле заманса поликлиниканың икенсе ҡаты төҙөлә. Һаулыҡ һаҡлау милли проекты буйынса сафҡа индерелгән объектта төҙөлөш график буйынса бара. Эшселәр бинаны инженер селтәрҙәренә, йылытыу системаһына тоташтырыуға күскән.

Поликлиниканың яңы корпусы урындағы халыҡ өсөн көтөп алынған объект. Иҫке бина 1970 йылда төҙөлгән һәм һуңғы йылдарҙа капиталь ремонт үткәреү мөмкинлеге булмаған. Заманса корпус асылғас пациенттар поликлиникала сифатлы медицина ярҙамы аласаҡ.

Яңы поликлиника бөтә яҡлап та пациенттар өсөн уңайлы итеп ойошторола. Грипп һәм киҫкен респиратор сирҙәр менән ауырыған пациенттар айырым блокта ҡабул ителәсәк. Яңы корпус медицина хеҙмәткәрҙәре менән йөҙ процентҡа тәьмин ителәсәк.

Зәбир Ғиззәтуллин, Баҡалы Үҙәк район дауаханаһы баш табибы

Ике ҡатлы корпус заманса талаптар буйынса төҙөлә. Яңы поликлиникала пациенттарҙы ҡабул итеү, сифатлы диагностика алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла. Бында УЗИ, КТ аппараттары, лаборатория, «Әсә һәм бала» бүлектәре буласаҡ. Яңы объект йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә. Быйыл Башҡортостанда»Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының беренсел медицина звеноһын модернизациялау федераль программаһы буйынса дауаханаларҙы төҙөкләндереү, йөҙгә яҡын еңел автомобиль һатып алыу, поликлиникаларҙы заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыу ҡаралған.

Флорида Ким