Әле проектта теркәлеүгә ғариза биреүселәрҙең эштәре баһалана. Проекттың киләһе этабы 14 апрелдә башлана һәм 12 майға тиклем дауам итә. Әңгәмә тест кеүек, онлайн режимда үтә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк программаһы Президент ҡушыуы буйынса «Геройҙар ваҡыты» федераль проектының дауамы булараҡ тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәрҙәр араһынан яңы быуын идарасылар әҙерләү.