Геройҙар беҙҙең арала йәшәй. Шаран районы Ерекле ауылында тыуып үҫкән шәфҡәт туташы махсус хәрби операция биләмәһендә медицина батальонында хеҙмәт итә. Уның күкрәген «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға» миҙалы биҙәй. «Клинок» ҡушаматлы яугирҙың тыныс эшен хәрби тормошҡа алыштырыуына ике йыл булып килә. Ошо ваҡыт эсендә ул Еңеүҙе яҡынайтыуҙа яҡташлыҡ һәм туғанлыҡ көсөнә күп тапҡырҙар инанған. Күптән түгел ялға ҡайтҡан яугир менән БЮТ ижади төркөмө аралашты.
Тыныс тормошта Лена уңған хужабикә һәм шәфҡәтле әсә, ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған әсәһенең бер бөртөк яратҡан ҡыҙы. Лена бәләкәй сағынан 3 ағаһының терәге, һәр эштә ата-әсәһенең ярҙамсыһы булып үҫә.
Табип булырға хыялланған ҡыҙ Октябрьский ҡалаһында медицина училищеһын тамамлағандан һуң, төрлө медицина учреждениеларында, хатта республиканана ситтә лә шәфҡәт туташы булып эшләй. Махсус хәрби операция биләмәһенә юлланыу ҡарары ла осраҡлы булмай - ханым үҙенең унда кәрәклегенә ныҡлы инанған.
Тыуған яғынан алыҫта ла «Клинок» үҙен яңғыҙ тоймай. Уның ике ағаһы махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙам әҙерләп, һеңлеләре янына бер нисә тапҡыр барып ҡайтҡан.
Өйҙә Ленаны ғаиләһе - тормош иптәше һәм улы менән ҡыҙы көтә. Ғаиләнең хыялы - тиҙерәк Еңеү көнөн көтөп алып, яҡындары менән башҡа бер ҡасан да айырылмау.
Гөлдәриә Йосопова