Юбилейлы ылауҙы ирекмәндәр Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнаған. Яугирҙарҙың һорауы буйынса конвой составына УАЗ, «Нива» автомобилдәре, техникаға алмаш өлөштәр, квадрокоптер, генератор, инструменттар, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары тупланған. Бынан тыш, ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре һәм костюмдары, дронға ҡаршы юрғандар, окоп шәмдәре, ҡоро душ кәрәк-яраҡтары ла әҙерләгән. Ауырлығы ун тоннаға еткән ылауҙың хаҡы ике миллион һумдан ашыуға баһаланған.