Республика клиник онкология диспансерында йыуан эсәктәге яман шеш һәм уға тиклемге ауырыуҙарҙы дауалау буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы. Түбәнге Новгородтан килгән белгес үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция бүлмәһендә БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева булды.
Өлкән йәштәге пациенттың йыуан эсәгендә полиптар күбәйгән. Уларҙы ваҡытында алып ташламағанда ямаш шешкә әйләнеүе ихтимал, ти Александр Митраков. Эндоскопия ысулы менән яһалған операция сирлегә тиҙерәк төҙәлергә ярҙам итәсәк.
Яман шеш барлығы йыш ҡына диспансеризация һәм башҡа медицина тикшереүҙәре үткәндән һуң билдәләнә. Ҡатмарлы сирҙе тәүге стадияларында дауалап була, ваҡыт күберәк үткән һайын, шеш тамырын тәрәнерәк йәйә. Тимәк, һәр кемгә үҙ организмына һиҙгер булыу талап ителә.
Операцияны семинарға йыйылыусылар залдан ҡарай. Тура бәйләнеш аша улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап ала.
Дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү күпкә еңел. Медицинала был йәһәттән беренсел звеноны көсәйтеүгә иғтибар бар.
Клиникала колоректаль рак скринингы, заманса колоноскопияға талаптар һәм башҡа темалар буйынса сығыштар яһалды.
Рәмилә Исмәғилева