Адаптив спортты үҫтереү айырыуса әһәмиәткә эйә. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Милләт йәшлеге» 11-cе Йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы почетлы ҡунаҡтары менән осрашыуында билдәләне. Быйыл мәртәбәле конкурста ҡатнашыуға өс йөҙҙән ашыу заявка ҡабул ителгәйне, еңеүселәр тиҫтәгә яҡын номинацияла билдәләнде. Дәүләт думаһы депутаты, 13 тапҡыр паралимпия чемпионы Рима Баталова башланғысы менән ойошторолған күләмле спорт ваҡиғалары менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Рима Баталова исемендәге республика спорт әҙерлеге үҙәгендә каратэ буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары «Йондоҙ менән зарядка»нан башланды. Оҙонлоҡҡа һикереү буйынса Олимпия чемпионы Татьяна Лебедева менән бокс буйынса ике тапҡыр олимпия чемпионы Олег Сәйетов йәш спортсыларҙы физик күнекмәләр аша яңы еңеүҙәргә дәртләндерҙе.
«Башҡортостан» дәүләт концерт залында ла спорт өлкәһендә күләмле ваҡиға үтте. Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» йәмәғәт премияһы тапшырылды. Сәхнәгә бер-бер артлы мөмкинлектәре сикләнгән, әммә йәшәүгә көс-дәрттәре ташып торған спортсылар сыҡты. «Чемпион тәрбиәләү» номинацияһында Зөлфиә һәм Марат Дәүләтовтар ғаиләһе еңеүсе тип танылды. Улдары Илназ 2021 йылдағы фажиғәле осраҡтан һуң ике ҡулын юғалтыуға ҡарамаҫтан, тырышлыҡ һәм ныҡышмаллығы менән спортта юғары күрһәткестәргә ирешкән. Ул еңел атлетика менән шөғөлләнә.
«Йөрәк ҡушыуы буйынса», «Сикһеҙ спорт», «Паралимпия спорты өмөтө» - 2014 йылда булдырылған йәмәғәт премияһы төрлө номинацияларҙа тапшырыла. Спорт ваҡиғаларын әүҙем яҡтыртҡан матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары араһында «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы ла еңеүселәр рәтендә булды. Шулай уҡ быйыл күләмле сарала «Беҙҙең дәүер геройҙары» - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа тәбрикләнде.
«Милләт йәшлеге» йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы почетлы ҡунаҡтары Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән дә осрашты. Төбәктең спорт объекттарын төҙөүҙә дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын ҡулланыу тәжрибәһе юғары баһаланды. Республика етәксеһе билдәләүенсә, быйыл «Бизнес-спринт» буйынса тағы ла бер нисә проект уңышлы тормошҡа ашырыла. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда адаптив спортты үҫтереүгә лә иғтибар юғары.
Дәүләт думаһы комитеты рәйесе Олег Матыцин билдәләүенсә, адаптив спортты үҫтереү - өҫтөнлөклө дәүләт бурыстарының береһе, Башҡортостанда бөгөндән үк был йүнәлештә уңышлы тәжрибәләр бар. Ошоға бәйле тема яҡын арала Рәсәй президенты ҡарамағындағы Физик культура һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышында ла ҡараласаҡ.
Осрашыуҙа былтыр Өфөнөң «Рәсәй - спорт державаһы» Халыҡ-ара форумын юғары кимәлдә ҡабул итеүе лә билдәләнде. Быйыл күләмле сара Һамар өлкәһендә үтә. Әле был төбәктән килгән бер төркөм белгестәр әҙерлек мәсьәләләре буйынса Башҡортостан тәжрибәһен өйрәнә. Радий Хәбиров белдереүенсә, Һамар ерендә уҙғарыласаҡ мәртәбәле форумда республика делегацияһы мотлаҡ ҡатнашасаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина