Яңы үрҙәргә. Өфөлә 7-се тапҡыр «Ҡанатлан» мәғариф форумы үтте. «Торатау» конгресс-холында мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, тәрбиәселәр үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары буйынса фекер алышты. Форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Иң яҡшы мәғариф проекттары бер майҙанда. Өфөлә үткән «Ҡанатлан!» форумында көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр исемлеге киң булды. Дәүләт имтихандарын тапшырыу шарттарын камиллаштырыу, уҡытыусыларҙың оҫталығын арттырыу, заманса шарттарҙа төрлө йәштәге балаларҙы тәрбиәләү, һәләттәрен үҫтереү һәм башҡалар. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ғүмерен балалар уҡытыуға бағышланған хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.
Башҡортостан мәғариф тармағы Рәсәйҙә иң ҙур системаларҙың береһе һанала. Республикала миллион ярымдан ашыу бала белем ала һәм тәрбиәләнә. Уларға уҡыу өсөн шарттар ойоштороу, лайыҡлы эш урындары менән тәьмин итеү өҫтөнлөклө маҡсат булып тора.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров педагогтарға бюрократик йөкләмәне кәметеү темаһына айырым туҡталды. Мәктәптәрҙә төрлө отчеттар яҙыуға бәйле ҡағыҙ эше уҡытыусының бик күп ваҡытын ала. Былар барыһы ла белем биреү процесын ҡатмарлаштыра, ә иң мөһиме, уҡытыусының төп бурысы - баланы тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға ҡамасаулай.
«Ҡанатлан!» форумы 2019 йылдан төбәк етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән уҙғарыла. Форум ярҙамында мәктәптәрҙә стоматология кабинеттарын асыу, полилингваль белем биреү системаһын үҫтереү, биш көнлөк уҡытыу программаһына күсеү кеүек мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде һәм был йүнәлештә эш артабан дауам итә.
Флорида Ким