Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар һәм уларҙың яҡындарын ҡабул итеү ойошторолдо

Осрашыуға республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгәйнеләр, бер нисә мөрәжәғәт итеүсе осрашыуға онлайн-бәйләнеш аша ҡушылды. Депутат, йәмәғәтселәр һәм Тәфтиш комитеты вәкилдәре йәмғеһе ике тиҫтәнән аша һорауҙы ҡараны. Улар фронт биләмәһендә хәбәрһеҙ юғалған яугирҙар, һәләк булыусыларға ҡаралған түләүҙәр, кредит каникулдары, наградалар һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылды.

Депутаттар белдереүенсә, мәсьәләләрҙе рәсми рәүештә ҡабул итеү бүлмәһе аша хәл итеү зарур. Юғиһә, ғаиләләрҙең ауыр тормош хәлен үҙ файҙаһына ҡулланған мутлашыусылар күбәйҙе. Махсус хәрби операция ветерандары һәм яугирҙарҙың ғаилә ағзаларын ҡабул итеү һәр шаршамбы ойошторола. Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе баш ҡалала Достоевский урамы, 73-сө йорт адресы буйынса урынлашҡан. Ҡабул итеүгә экранда күрһәтелгән телефон һандары буйынса алдан яҙылырға мөмкин.