Еңеү көнөндә «Үлемһеҙ полк» маршы йәнә барлыҡ ҡала урамдарын һәм майҙандарын биҙәйәсәк

Был турала «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәтенең үҙәк штабы рәйестәше Елена Цунаева белдерҙе. Уның фекеренсә, быйылғы сара ҡатнаш, шул иҫәптән традицион форматта үтәсәк. Марш ваҡытын урындағы властар төбәк бүлексәләре менән бергә үҙаллы билдәләргә хоҡуҡлы. Бынан тыш, бөтә төбәктәрҙә лә, шул иҫәптән сит илдәрҙә лә «Үлемһеҙ полк» онлайн акцияһы уҙа, унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 -2021 йылдарҙа «Үлемһеҙ полк» акцияһы коронавирус арҡаһында онлайн, 2022 йылда традицион форматта үтте. Хәүефһеҙлек сараларын иҫәпкә алып 2023 һәм 2024 йылдарҙа ойоштороусылар маршты үткәреүҙән баш тартырға ҡарар итте.