Рәсәй халҡын береһе лә еңә алмаған һәм еңмәйәсәк тә. Сөнки беҙҙең илдә бар халыҡтар ҙа дуҫ, татыу йәшәй. Яугирҙарыбыҙ 80 йыл элек беҙ яулаған кеүек үк еңеү менән ҡайтасаҡ, ти Күмертауҙа йәшәүсе Рәшит Ишморатов. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны махсус хәрби операция яугирҙарына теләктәшлек белдереп, ил һаҡсыларына оло рәхмәтен белдерә. Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләргә әҙерләнгән фронтовик менән беҙҙең хәбәрселәр осрашты. Айнур Кәбиров репортажы.
Бөйөк Еңеү байрамын Рәшит Әхмәҙулла улы бер ай алда билдәләй башлай. Ветеран орден -миҙалдар тулы пинжәген кейеп көн дә ҡунаҡтар ҡабул итә. Хатта йыртма календарь ҙа икәү. Береһе көндәрҙе иҫәпләһә, икенсеһендә күптән инде байрам датаһы. 9 май яҡынлашҡан һайын тантана тойғоһо арта, ти ул. Рәшит олатай фронт йөҙ грамын да алып ҡуйырға онотмаған.
1943 йылда Ҡыҙыл армия сафына алынғанда Рәшит Ишморатовҡа 17 генә йәш була. Эшелондар егеттәрҙе Уссурийск, ул ваҡыттағы Ворошилов ҡалаһына алып килә. Совет ғәскәрҙәренең фащизмды еңеүен ул күнекмәләр үткән ваҡытта ишетә.
Рәшит Ишморатов совет ғәскәрҙәренең фашизм ҡалдыҡтарын дөмөктөрөү ниәте менән башлаған Япон һуғышында ҡатнаша. Пехота дивизияһында яҡташыбыҙ легендар «Максим» пулеметсыһы була.
Самурайҙарҙы тар-мар иткәндән һуң азат ителгән Кореяла заставаларҙа хәрби хеҙмәтен дауам итә. Ул дәһшәтле йылдарҙан ветерандың бер генә фотоһы һаҡланып ҡалған.
Наградаларҙың да барыһы ла үҙ урынында түгел, ти ветеран. Документтарҙа миҙалдар тарихы һаҡланған, әммә күкрәктә генә юҡ.
Йөҙ йәшен ҡаршыларға әҙерләнгән ветеран бөгөн дә теремек һәм ил бөтөнлөгө өсөн янып йәшәй. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәшит Әхмәҙулла улы менән осрашҡанда телевизор бүләк иткәйне. Бөйөк Еңеү һалдаты зәңгәр экран аша бөгөнгө хәлдәрҙе лә күҙәтеп заман яугирҙарына теләктәшлек белдерә.
Айнур Кәбиров