Бөгөн Өфөлә «Биҙәк» милли мәҙәниәттәр фестивале үтте. Нәфис һүҙ, йыр, бейеү номинациялары буйынса ойошторолған ижади конкурста Башҡортостандың ике тиҫтәнән ашыу ҡала-районынан 250-нән ашыу бала ҡатнашты. «Биҙәк» республика милли мәҙәниәттәр фестиваленә баш ҡаланың Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се башҡорт лицейы тарафынан нигеҙ һалына. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Фестиваль ҡатнашыусылары илһөйәрлек төшөнсәһен үҙ миҫалында иҫбатлай. Улар Ватан тарихына һөйөүен патриотик рухта һуғарылған йыр-бейеүҙәр аша әйтеп бирҙе. «Биҙәк» милли мәҙәниәт фестивале лә быйыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү йылына арналды.
Конкурста еңеүселәр өс йәш төркөмө һәм өс номинация буйынса билдәләнә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бер бала ла иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Сөнки фестивалдең төп маҡсаты балаларҙа бәләкәй саҡтан уҡ милли мәҙәниәтебеҙгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү тәрбиәләү.
Ә фестиваль ҡатнашыусыларын абруйлы жюри ағзалары баһаланы. Улар үҙҙәре лә ҡасандыр ошондай уҡ конкурстар аша үтеп бөгөн мәҙәниәттең төрлө өлкәһендә балҡый.
«Биҙәк» милли мәҙәниәттәр фестивале дүртенсе тапҡыр ғына уҙғарыла, әммә әле үк уны яҙҙың иң матур сараларың береһе тип атарға мөмкин.Ул йәш таланттарҙы аса, үҫтерә, ҡанат ҡуя.
Азат Ғәлиуллин