Бөгөн - Рәсәйҙә Космонавтика көнө. 1961 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагарин кешелек тарихында беренсе булып Йыһанды яулай. Был донъя кимәлендәге ваҡиғаға, совет конструкторҙары, инженерҙары һәм ғалимдарының ҙур ҡаҙанышына әүерелә. Байрам саралары тотош ил кимәлендә, шул иҫәптән Өфөлә лә үтте.
Иртәнге сәғәттәрҙә ҡала халҡы Гагарин урамы 14 кәсер 1 адресы буйынса урынлашҡан йортҡа төшөрөлгән граффити алдына йыйылып, Советтар Союзы Геройының иҫтәлегенә асылған таҡтаташҡа сәскә һалды. Әйткәндәй, йорт стенаһына Юрий Гагаринды 2013 йылда рәссамдар Олег Кайбышев менән Артур Лукьянов төшөргәйне. Сарала кадеттар, мәктәп уҡыусылары, махсус хәрби операция яугирҙары, Рәсәй космонавтика федерацияһы вәкилдәре ҡатнашты. Тантана Өфө фән һәм технологиялар университетында ла ойошторолдо. Унда Юрий Гагаринды шәхсән белгән, Байконур космодромы ветерандары ҡатнашты. Бронзанан яһалған бюст янында тәүге йыһангирҙы иҫкә алдылар.
Космонавтика көнөнә арналған сара «Планета» сауҙа үҙәгендә лә уҙҙы. Бында Өфө ҡалаһы хакимәите, баш ҡала планетарийы балалар һәм өлкәндәр өсөн бер нисә майҙансыҡ әҙерләгән. Уларҙа оҫталыҡ дәрестәре, ракета макеттарын йыйыу, роботтар эшләү, квиз ойошторолдо.