Башҡортостан Йыһанға тонна ярымдан ашыу бал оҙатҡан

Был шаяртыу түгел, бал космонавтарҙың орбиталағы туҡланыуының мөһим өлөшө булып тора, ул витаминдарға һәм микроэлементтарға бай, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.

Билдәле булыуынса, тап башҡорт балы тәмле һәм файҙалы булғанлыҡтан, республика 20 йылдан ашыу Халыҡ-ара Йыһан станцияһын шифалы продукт менән тәьмин итеүсе берҙән-бер төбәк булып ҡала. 2002 йылдан «Башҡорт балы» компанияһы даими рәүештә Бирюлевский эксперименталь аҙыҡ-түлек концентраттары заводына балдың ҙур булмаған партияларын ебәрә. Унда ул 250 граммлыҡ махсус тюбиктарға һалына. Бындай дүрт һауыт йыһангирға бер нисә айға етә. Әйткәндәй, беҙҙең башҡорт балы осоуға әҙерләнеүселәрҙең һәм ҡайтҡас адаптация үтеүселәрҙең махсус рационына ла инә. Байрамға бына шундай «космос» тарих, космонавтика көнө менән тип яҙған Башҡортостан башлығы.