Өфөлә приюттағы эттәр өсөн «Хужа эҙләйем» акцияһы үткәрелде

Сарала тәрбиәгә эт алырға теләүселәр ҡатнашты, бер нисә эткә хужа ла табылды. Өфө ҡала хакимиәте башлығы Радмир Мәүлиев башланғысы менән ойошторолған акция баш ҡалала ай һайын уҙғарыласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Өфөлә йәшәүсе Эльза Ханнанова ике йыл элек приюттан эт алған. Боня Ханнановтарҙа тәрбиәләнгән 3 бесәй менән дуҫлашып тиҙ арала ғаилә ағзаһына әйләнгән. Боняның хужаһы фекеренсә, приюттарҙы ошондай акциялар ярҙамында бушатҡанда берәҙәк эттәр проблемаһы кәмейәсәк.

Өфөлә «Хужа эҙләйем» хәйриә акцияһы сиктәрендә Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанға приюттарҙан эттәр килтерелде. Кеше ярҙамына, тәрбиәгә мохтаж бер нисә эткә акция барышында хужа табылды. Битараф булмаған кешеләр эттәр өсөн ашамлыҡтар, дарыуҙар ҙа килтерҙе.

Акция майҙанында күсмә ветеринария комплексы эшләне. Бында хайуандарға ҡотороу сиренән бушлай прививка эшләтергә, консультация алырға, чип ҡуйырға мөмкин ине.

Әлеге акция өсөнсө тапҡыр ойоштородо. Уның барышында 200 эткә хужа табылды. Киләсәктә сара Өфөлә ай һайын үткәрелә башлаясаҡ.

Флорида Ким