Башҡортостандың иң оҫта ҡурайсыһы Баҡалынан. Бөгөн Өфө районы Алексеевка ауылы мәҙәниәт йортонда билдәле композитор Айрат Ҡобағошов иҫтәлегенә башҡорт музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың асыҡ конкурсы үтте. Икенсе тапҡыр ойошторолған бәйгелә республика район-ҡалаларынан ансамблдәр, айырым башҡарыусылар һынау тотто. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Октябрьский ҡалаһынан килгән ижади коллектив сәхнәгә сығырға әҙерләнә. Улар билдәле композитор Айрат Ҡобағошов иҫтәлегенә ойошторолған конкурсҡа тип «Ҡолой кантон» һәм «Ҡазан алған марш» композицияларын әҙерләгән. Ул «Нарыштау» ҡурайсылар ансамбле репертуарына ингән төп башҡорт халыҡ көйҙәренең береһе.
Өфө районы Алексеевка ауылы мәҙәниәт йортонда үткән асыҡ конкурс башҡорт музыка ҡоралдарын пропагандалай. Заманында Айрат Миңлеәхмәт улы үҙе лә ошондай маҡсат ҡуйып эш итә. Йәш музыканттар үҫтереү менән бер рәттән, башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеүгә күп көс һала.
Бөгөн Айрат Ҡобағошовтоң юлын уның уҡыусылары дауам итә.
Конкурс ҡатнашыусыларын абруйлы жюри ағзалары баһаланы. Халыҡ-ара кимәлдә билдәлелек алған замандаштарыбыҙ һәр сығышты ентекле ҡараны. Сығыш яһаусылар һайлаған көй-моң да, башҡарыу оҫталығы, сәхнә кейеме лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Конкурс барышында балаларға һәм уларҙың уҡытыусыларына оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо. Был сараның айырылғыһыҙ бер өлөшө булды. Белгестәр музыка ҡоралдарында уйнау оҫталығы менән бер рәттән, башҡарылған көйҙөң тарихын белеү мөһимлеген дә билдәләне.
Конкурс икенсе тапҡыр ғына ойошторолоуға ҡарамаҫтан, йәш таланттарҙың күплеге, тәҡдим ителгән композицияларҙың төрлөлөгө менән айырылды. Бер үк ваҡытта яңы исемдәр асылды, башҡорт музыка ҡоралдары үҫешкән төбәктәр билдәләнде. Ә инде быйылғы конкурстың Гран-приһын Баҡалы районынан йәш ҡурайсы Азамат Ханнанов яуланы.
Азат Ғәлиуллин