«Салауат Юлаев» хоккейсылары Гагарин Кубогының сирек финалын ышаныслы башланы

Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре Мәскәүҙең «Спартак» клубын 4-1 иҫәбе менән еңде. Осрашыу юлаевсылар өсөн көтөлмәгәнсә башланды. Дәғүәселәр Адам Ружичка тырышлығы менән 7-се минутта уҡ иҫәпте асты. Әммә был ҡунаҡтарҙың тәүге һәм һуңғы уңышы ине. Сөнки тәнәфескә тиклем Денис Ян бер-бер артлы ике шайба индереүгә өлгәште. Уйын аҙағына тиклем тағы ла Артем Пименов менән Ярослав Цулыгин үҙ иҫәптәренә берешәр гол яҙҙы. Шулай итеп яҡташтарыбыҙ серияла алға сыҡты. Яҡтар араһында икенсе уйын иртәгә Өфөлә үтә. Башҡортостан юлдаш каналында тура трансляция көндөҙгө сәғәт 4 тула 15 минутта башлана.